Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
20 Апрель 2022, 18:00

100 йәшенә - Еңеү бүләге!

Сибай ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ольга  Неретина 10 майҙа 100 йәшлек оло юбилейын билдәләй

100 йәшенә -  Еңеү бүләге!
100 йәшенә - Еңеү бүләге!

Сибай ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ольга Никитична Неретина 10 майҙа 100 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан һәм Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы айҡанлы Сибай ҡалаһының “Ресурс” йәмғиәте етәксеһе Рөстәм Ҡотоев үҙ иҫәбенә ветерандың йортон ремонтлай.

- Әлеге ваҡытта штукатур-малярҙар Айгөл Ғүмәрова һәм Бикә Ибраһимова йорттоң тышын штукатурлай. Егеттәр Никита Бахарев һәм Искәндәр Хоҙайбирҙин ихата эсендәге ҡоймаларҙы алмаштыра, буяй. Рабица селтәре менән баҡса яғын бүлеп тә ҡуйҙылар, - ти Рөстәм Сәғәҙи улы.—Был эштәр тамамланһа, өйҙөң эсен рәтләүгә күсәсәкбеҙ. Иң башта генераль йыйыштырыу үткәреп, стеналарҙы ағартып, йыуып, таҙалап сыҡҡас, бүлмәләргә ковролин түшәйәсәкбеҙ. Ремонт тулыһынса тамамланғас, бөтә сүп-сарҙы сығарып түгеп ҡуясаҡбыҙ.

Ольга Никитична Неретинаны һуңғы ике йыл арауығында улы Александр Леонидович баға. Ул ғүмер буйы Белорет ҡалаһында тимер юл идаралығында тәьминәтсе булып эшләгән. Ғаиләһе, балалары, ейәндәре янына ҡунаҡҡа йыш бара.

- 100 йәштә лә әсәйем оҫта итеп укол һала. 97 йәшенә ҡәҙәр бер үҙе йәшәне. Беҙ ярҙам һораманыҡ, шулай ҙа ветеранға ихлас ярҙам иткән ир-егеткә, уның йәмғиәте эшселәренә ҙур рәхмәт! — ти Александр Неретин.

100 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, ветеран үҙ аңында, ҡолаҡҡа әҙерәк ҡаты булһа ла, бөтә нәмәне аңлай, матур итеп һөйләшә. Төҙөүселәргә рәхмәттәр уҡып ултыра. Башҡа ғазаптарҙы онотҡанда ла һуғыш күрһәткән михнәттәрҙе оноторлоҡ түгел, ти Ольга Неретина.

Ул 19 йәшендә генә һуғыш ғәрәсәтенә барып ингән. Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең Новомихайловка ҡасабаһында тыуған. 1932 йылда уларҙың ғаиләһе Баймаҡ районының “Йылайыр” совхозына күсеп килгән. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Баймаҡта бер йыллыҡ шәфҡәт туташтары курсын бөткән. Ауыл дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән.

1942 йылдың майында Баймаҡ хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алынған.

Шәфҡәт туташтары булараҡ һуғышҡа алынған ҡыҙҙарҙы ат менән Баймаҡтан Өфөгә ебәрәләр. Унан 33-сө санитар поезға ултыртып яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтергә оҙаталар. Уларҙың поезы илебеҙҙең төрлө ауыл һәм ҡалаларынан үтеп, урмандарҙа, башҡа шикле ерҙәрҙә йәшенеп ятҡан медицина ярҙамына мохтаж аяҡ-ҡулһыҙ, имгәнгән ир-егеттәрҙе йыя. Яҡындарына хат яҙып, ҡәҙерле кешеләренең иҫән булыуын да белгертәләр. 33-сө санитар поезд бер ваҡытта ла бер урында тормай. Ул туҡтауһыҙ елә һәм яралыларҙы йыя, дауалай, терелтә, бәғзеләрен кире фронтҡа ебәрә, сәләмәтлектәре ныҡ ҡаҡшағандарҙы өйҙәренә ҡайтара.

Ольга Никитична һуғыштан һуң да еңел булмаған, әммә изге һөнәренә тоғро ҡалған. “Йылайыр” совхозы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүен дауам иткән. 1959 йылда үҙе кеүек фронтовик Леонид Самсонович Неретинға кейәүгә сыға һәм ғаиләһе менән Сибай ҡалаһына күсеп килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Ире менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, икеһенә лә белем алырға, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итәләр. Өлкән улы Владимирға 71 йәш, ул Магнитогорскийҙа төпләнгән.

Санитар поездың шәфҡәт туташы Ольга Неретинаның яу яланында күрһәткән намыҫлы хеҙмәте “Германияны еңгән өсөн”, “Хәрби хеҙмәт өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән баһаланған.

Сығанаҡ һәм фото: Гөлдәр Ҡадаева

 

 

 

100 йәшенә -  Еңеү бүләге!
100 йәшенә -  Еңеү бүләге!
100 йәшенә - Еңеү бүләге!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: