Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
21 Апрель 2022, 12:00

17 йәштә фронтҡа киткән...

Ғаян Әхиәр улы ордендар һәм Георгий таҫмаһы тағылған костюмын тантаналы көндәрҙә генә кейә. Бөгөн тап шундай иҫтәлекле көн

17 йәштә фронтҡа киткән...
17 йәштә фронтҡа киткән...

Өфөнөң Ленин районында  бөгөн дүрт кенә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  йәшәй. Шуларҙың береһе Ғаян  Әхиәр улы Сәлихов  үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләй.  Район хакимиәте башлығы Олег Котов һуғыш ветеранын ҡотларға килде.

Ғаян Әхиәр улы ордендар һәм Георгий таҫмаһы тағылған костюмын тантаналы көндәрҙә генә кейә. “Бөгөн тап шундай иҫтәлекле көн,” – ти ул. Фронтҡа  үҫмер 17 йәштә генә китә. Һуғыш тамамланып килгәндә уны көтмәгәндә Алыҫ Көнсығышҡа, аҙаҡ Япония менән һуғышҡа  оҙаталар. Совет-япон һуғышында аяғы ныҡ яралана. Һалдатты Уссурийск тарафтарына ебәрәләр. Һауыҡҡандан һуң Чукоткаға көнсығыш сиктәрен һаҡларға  китә, бары ете йылдан һуң ғына Башҡортостанға әйләнеп ҡайта.

Ғаян Әхиәр улының хеҙмәт стажы илле йылдан ашыу. Ҡыҙы Ирина Шәрипова  әйтеүенсә, атаһы әле лә эшһеҙ ултырмай, ҡышын ҡар көрәй, йәйен скандинавтарса йөрөү менән шөғөлләнә. “Кроссвордтар сисә, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, гәзит уҡый, насар ишеткәнлектән, телевизор ҡарамай,” - ти ул.

Ветеран үҙен бәхетле һәм бай кеше итеп иҫәпләй. Өс балаһы, алты ейәне, ун бүлә-бүләсәре бар.  Йәш быуын 95 йәшлек юбилярҙың тормош  һәм хеҙмәт юлы менән ғорурланып йәшәй.   Һуғыш ветераны фронтташтарын йыш ҡына хәтергә ала,  быйыл да Еңеү көнөн ҙур тулҡынланыу менән ҡаршыларға әҙерләнә.

Фото:Башҡортостан ДТРК-һы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: