Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
21 Апрель 2022, 19:00

“Мин йырланым, ҡатыным тыңланы..."

Бик иртә ғәрип ҡалған, әле һуғыш ветерандары госпиталендә ятҡан яу ҡаһарманы ниндәй иҫтәлектәре менән бүлеште? 

“Мин йырланым, ҡатыным тыңланы..."
“Мин йырланым, ҡатыным тыңланы..."

Республика һуғыш ветерандары госпитале, ғәҙәттәгесә, Еңеү көнө алдынан акция үткәрә. Табиптар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙың сәләмәтлек торошон тикшерә, сөнки уларҙың күбеһе дауаханаға үҙаллы йөрөй алмай.

Родион Григорьевич Лобанов 1942 йылда тәү тапҡыр ҡулына винтовка ала, 17 йәшлек үҫмерҙе снайперҙар мәктәбенә ебәрәләр. Һуғыш уның сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшата. Бөгөн госпиталь табиптарының десанты ветеран янында. Травматолог, хирург, окулист, гериатр пенсионерҙың хәл-торошон тикшерҙе. “Был йәштә өлкәндәр аралашыуға һыуһаған була, һөйләшкеләре килә. Шуға күрә беҙ медицина ярҙамы менән генә сикләнмәйбеҙ. Һөйләшәбеҙ, иҫтәлектәре менән уртаҡлашабыҙ. Уларҙың рух ныҡлығына һоҡланабыҙ, йәшәүгә дәрт-көс алып ҡайтабыҙ”, – ти госпиталь поликлиникаһы табип-гериатры Ольга Волкова.

Родион Григорьевич ваҡытынан алда өлгөрөп, сынығып, яугирҙәр сафына баҫа. “Атайымды 1942 йылдың башында һуғышҡа алдылар. Бер нисә айҙан хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр килде. Уның хушлашҡанда әйткән һүҙҙәрен әле булһа хәтерләйем. ”Һин ғаиләлә иң өлкәне булып ҡалаһың, бөтәһен дә үҫтерергә, ашатырға, аяҡҡа баҫтырырға тейешһең”, тигәйне. Миңә лә бик иртә ғаиләбеҙ менән хушлашырға тура килде. Снайперҙар мәктәбе. Ленинград фронты. Нарва яры буйында көсөргәнешле һуғыштар. Беҙ ҡаршы яҡ ярҙа дошман өсөн сәп булдыҡ, һыуҙа йөҙөү мөмкин булманы, ут аҫтындабыҙ. Көнө буйы һал аҫтында яттыҡ, аҙ ғына башыңды күтәрҙеңме, шунда уҡ атып йығалар. Кем ҡараңғы төшкәнсе түҙеп  ята алды, шул тере ҡалды. Аяҡтар шешенде, туңды, госпиталдә бармаҡтарҙы ҡырҡтылар”, – тип хәтерләй ул аяныслы көндәрҙе ветеран. Уның өсөн ошо мәлдән һуғыш тамамлана, ҡустылары һәм һеңлеләре янына әйләнеп ҡайта, тормош ҡора. Ҡатыны былтыр ноябрь айында вафат булған. Бергә 75 йыл татыулыҡта ғүмер кисергәндәр. “Мин йырланым, ҡатыным тыңланы. Әле лә көй һуҙам”, – ти Родион Григорьевич. Элек оло ғаиләнең башында торған үҫмер хәҙер тиҫтәләгән ейән һәм бүләгә олатай.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: