Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
28 Апрель 2022, 13:00

Гәүһәр һәм алтын туйҙар гөрләне...

Балалары ата-әсәләренә  көтөлмәгән бүләк яһаған – уларҙы матур итеп биҙәлгән автомобилдәрҙә ЗАГС-ҡа алып килгән

Гәүһәр һәм алтын туйҙар гөрләне...
Гәүһәр һәм алтын туйҙар гөрләне...

Шишмә районында ярты быуат ғүмер татыу донъя көткән, балалар тәрбиәләп үҫтергән өлгөлө ғаиләләр күп.  Май байрамдары алдынан район ЗАГС-ында  тормош юбилярҙарын тантаналы шарттарҙа  тәбрикләү ойошторолдо.

  60 йыл буйы ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, намыҫ менән  үткән  Ғәҙилә һәм Әхәт Вәлиевтар гәүһәр туйҙарын билдәләне.  Мининур һәм Салауат Ғиләжетдиновтар, Гөлнәбирә Хәкимйән ҡыҙы  һәм Фәнис Рәшит улының сәстәрен сәскә бәйләүгә –  теүәл илле йыл!  Уларҙы алтын юбилейҙары менән  ҡотларға иң яҡын кешеләре йыйылған. Балалары ата-әсәләренә  көтөлмәгән бүләк яһаған – уларҙы матур итеп биҙәлгән автомобилдәрҙә ЗАГС-ҡа алып килгәндәр. Тормош юбилярҙары  балдаҡтары менән алмашты, райондың Почетлы юбилярҙар  кенәгәһендә яҙыу ҡалдырҙы, вальс  әйләнде.  Вәлиевтар һәм Ғиләжетдиновтар ғүмер буйына күрше йәшәп, Шишмә шәкәр заводында эшләгәндәр.

Юбилярҙарға Башҡортостан Башлығы исеменән  ҡотлау адрестары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре тормош ҡәҙерен белеп йәшәгән хеҙмәт ветерандарына яҡындары эргәһендә  оҙайлы, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен  теләне.  Уларҙың матур теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Фото: Башҡортостандың  юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

 

 

Гәүһәр һәм алтын туйҙар гөрләне...
Гәүһәр һәм алтын туйҙар гөрләне...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: