Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
5 Май 2022, 12:15

“Танкист олатайҙа ҡунаҡта булдыҡ”

75 йыллыҡ  водитель  стажы булған олатайға бер генә штраф та түләргә тура килмәгән. Хәрби техникаға  идара итеү оҫталығын әле лә  ветеран  юғалтмаған, мәҫәлән, өс йыл элек легендар Т-34 танкында йөрөгән.

“Танкист олатайҙа ҡунаҡта булдыҡ”
“Танкист олатайҙа ҡунаҡта булдыҡ”

Ишекте асыу менән гимнастерка кейгән балаларҙы күреп, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдерәүеф Гәрәев бер аҙ ҡаушап ҡалды. Ҡунаҡтар алдында үҙенең әҙер булмауын белдермәҫкә тырышып, йәһәт кенә наградалар биҙәгән костюмын кейергә ашыҡты. 96 йәшлек ветерандың күкрәгендәге миҙалдарҙы күреп, Бәләбәй башҡорт гимназияһының беренсе класс уҡыусылары хайран ҡалды.  Хатта әҙерләп килгән шиғырҙарын һөйләргә онота яҙҙылар...

Олатай үҙенең 17 йәштә нисек һуғышҡа эләгеүен, танк дивизияһында механик-водитель булып хеҙмәт итеүен, Польшаны азат иткәндә контузия алыуын, яраланыуын һөйләне. Етди йәрәхәттәрҙән һуң ул тиҙ һауыға, фронтҡа зенит-артиллерия бригадаһына эләгә.  Тыуған яғына ҡайтҡас, еңел автомобилгә ултыра. 75 йыл водитель  стажы булған олатайға бер генә штраф та түләргә тура килмәгән.

  Хәрби техникаға  идара итеү оҫталығын әле лә ул юғалтмаған, мәҫәлән, өс йыл элек легендар Т-34 танкында йөрөгән.  Ветерандың  хәтирәләре балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, хатта тиҙ генә айырылып китергә иҫәптәре лә булманы. 21-се гвардия мотоуҡсылар бригадаһы бүләк иткән исемле шлемды тотоп ҡаранылар,  ә унда Ғәбдерәүеф Гәрәевтың позывнойы яҙылған. Йорт хужаһы менән бергәләп сәй эсеү балаларға бик оҡшаны, ҡунаҡсыл олатай менән ҡосаҡлашып, тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып, бик йылы хушлаштылар.

Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: