Дүртөйлө районының 43 пенсионеры “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектында ҡатнашты. Был юлы өлкәндәр баш ҡала буйлап күңелле сәйәхәткә сыҡты. ”Демография” милли проектына ярашлы ойошторолған әүҙем сәфәр республика бюджеты иҫәбенә үткәрелә.
Сәйәхәтселәр мәҙәни-танып белеү экскурсияһында ҡатнашты, көн дауамында баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында, республиканың Милли музейында булды, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, “Бал йорто”нда умартасылыҡ продукцияһын тәмләне, “Арт-квадрат” менән танышты һәм тур Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт драма театрында спектакль ҡарау менән тамамланды. Сәйәхәтселәр командаһында райондың иң әүҙем өлкән кешеләре тупланыуы сәфәрҙе тағы лә күңеллерәк, иҫтә ҡалырлыҡ итте. Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев әйтеүенсә, был сәйәхәтселәр экскурсияла ҡатнашҡан икенсе төркөм инде. Ял итергә, республика буйлап сәфәргә сығырға теләгәндәр оло быуын вәкилдәре араһында етерлек. Уларға “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты ярҙамға килә.
Фото: https://durtuli.bashkortostan.ru