Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфөнөң Дим районының почетлы гражданы Хәмзин Абдулла Мансур улына Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнашыу өлөшө тейгәйне. Ә 20 июндә уның бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгәндәр. Ошо йәштә лә төҙ кәүҙәле, асыҡ зиһенле, үткер ҡарашлы ил ағаһына артабан да ныҡлы һаулыҡ, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле йәшәүен теләйбеҙ!
Абдулла Хәмзин 1922 йылдың 20 июнендә Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Һуғышҡа уны 1943 йылдың октябрендә алалар һәм, ике ай әҙерлек үткәндән һуң, Великие Луки ҡалаһы янында минометсы булып тәүге тәжрибәһен ала. 100 килограмлыҡ минометты уға үҙ елкәһендә алып йөрөргә тура килә.
Абдулла Хәмзин яраланып, һул аяғының бармаҡтарын туңдыра, әммә еңеүгәсә - Берлинғаса барып етеүгә өлгәшә. Уның ҡаһарманлығы күп орден һәм миҙалдар менән билдәләнгән.
"Һуғышта иң ҡурҡынысы - иптәштәреңдең үлемен күреү. Уларҙың һәр береһе тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлайым. Үҙем мөғжизә арҡаһында ғына иҫән ҡалғанмындыр, шуның өсөн яҙмышыма һәр биргән көнө өсөн рәхмәт әйтәм", - ти ул.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайты.