Өфөләге Дим районының почетлы гражданины, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Мансур улы Хәмзиндең әле үҙенән өлкән ағайы бар. Апайы 103 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән. Башҡалабыҙҙың Лель кафеһында үткән ғүмер байрамына 92 йәшлек һеңлеһе лә килгән. Ул фотола юбилярҙың эргәһендә ултыра.
Абдулла Хәмзин бүләләрен генә түгел, бүләләренең балаларын да күргән бәхетле кеше. Бер ейәнсәренең улы Ишембай ҡалаһындағы Рәсәй Геройы Александр Достовалов исемендәге башҡорт кадет корпусында тәрбиәләнә.
Барыһының да хөрмәтен, мөхәббәтен тойоп, тыуған һәр көнөнә ҡыуанып йәшәй йөҙйәшәр ил ағаһы. Быйма башына ла яҡындары үҙҙәренең йөрәк йылыһын ҡушып бүләк иткән бит – оло кешенең аяҡтары ла, күңеле лә өшөмәһен! Аҡһаҡал мәңге йәшәһен!
Фото: Хәмзиндәрҙең шәхси архивынан алынды