Ветеран
21 Август 2022, 09:00

80 йылдан рухы ҡайтты...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан фронтҡа киткән 67 ир-уҙамандың береһе Әхмәтхан Мәмбәтовтың ерләнгән урынынан – Ростов өлкәһенән тупраҡ килтерелеп, яугирҙең ҡатынының ҡәберенә һибелде

80 йылдан рухы ҡайтты...80 йылдан рухы ҡайтты...
80 йылдан рухы ҡайтты...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан фронтҡа киткән  Әхмәтхан Мәмбәтовтың улы Миҙхәт Мәмбәтов 80 йылдан һуң атаһының ерләнгән урынын таба. Әсәһе ғүмер буйы атаһынын көтә һәм балалары уны эҙләүҙә ҙур көс түгә. Быйыл, ниһайәт, кесе улына Ростов өлкәһенә барып, атаһы ерләнгән ҡәберлекте күрергә насип була. Шәмбе көнө Миҙхәт Мәмбәтов Ростов өлкәһенән алып ҡайтҡан тупраҡты тыуған ауылына килтереп, әсәһенең ҡәберенә һалды, Мәмбәт ауылында ошо уңайҙан хәтер сараһы үтте. Был хаҡта район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙҙы.

"Атаһы фронтҡа киткәндә Миҙхәт Әхмәтхан улына ни бары ике ай була. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Әхмәтхан Мәмбәтов 1942 йылдың декабрендә Обливск районы Деев хуторын азат иткән ваҡытта батырҙарса һәләк була. Ҡаһарман яҡташыбыҙ Ростов өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Миҙхәт Мәмбәтов ғүмер буйы атаһының утлы яу юлын эҙләй. Бары тик архив яҙмалары буйынса уның үлгән көнөн һәм урынын билдәләй ала. Һәм, ниһайәт, мәғлүмәттәр тулыһынса асыҡланып, быйыл атаһының мәңгелек төйәген күрә алды. Бөгөнгө сара барышында ул туғандары, ауылдаштары менән бергә атаһының ҡәберенән алынған бер ус тупраҡты һуңғы һулышына тиклем ирен көткән әсәһенең ҡәберенә һалды. Батыр яҡташыбыҙҙың рухы һикһән йыл үткәс, тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтты. Ошо мәртәбәле сарала ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм. Батыр яугирҙың рухы тыныс булһын", - тип яҙҙы ул.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

80 йылдан рухы ҡайтты...
80 йылдан рухы ҡайтты...
80 йылдан рухы ҡайтты...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас