Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
25 Август 2022, 18:30

Евдокия инәй 100 йәшен билдәләй!

Бәхетле ағинәйҙең туғыҙ ейәне-ейәнсәре һәм 11 бүлә-бүләсәре бар

Евдокия инәй 100 йәшен билдәләй!
Евдокия инәй 100 йәшен билдәләй!

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Евдокия Вергун үҙенең бер быуатлыҡ олпат юбилейын билдәләй. Нефтселәр ҡалаһында йәшәгән инәй белдереүенсә,  ул үҙенең әүҙемлеге арҡаһында 100 йәшкә еткән. Яҡындары ла быны раҫлай, һөйләүҙәренсә, Дуся инәй  бер ҡасан да тик ултырмаған, уның йорто ҡунаҡтар менән тулы булған.

- Ул - ҡунаҡсыл, "икмәкле" хужабикә. 70 йәшкә тиклем даими зарядка яһаны. 68 йәшендә Америкаға туғандары янына үҙ аллы барҙы, 90 йәшкә тиклем яңғыҙ йәшәне, барыһын да үҙе еңеп сыҡты, - ти уның ҡыҙы Татьяна Мөхәмәтшина.

Әйткәндәй, хәҙер Евдокия Вергун фатирҙа  бер үҙе йәшәй.

Хәләл ефете Василий Павлович менән 50 йылдан ашыу йәшәгән, дүрт бала үҫтергән. Хәҙер Евдокия Маркеловна  иң бай өләсәй: уның туғыҙ ейән-ейәнсәре  һәм ун бер бүлә-бүләсәре  бар.

Беҙ ҙә Октябрьский ҡалаһының йөҙйәшәр инәйен олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото:  okt-neft.ru  

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: