Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
31 Август 2022, 08:45

Ҡотлайбыҙ!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Екатерина Васильевна үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләй

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Был хаҡта Сибай ҡала мэры Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Тормошо уға илебеҙҙә үткән әһәмиәтле осорҙоң шаһиты һәм ҡатнашыусыһы булырға мөмкинлек бирҙе. Ул һуғыштың дәһшәтле йылдарында бирешмәгән һәм тыныс ваҡытта фиҙаҡәр хеҙмәт иткән.

Ветеран Горький өлкәһе Богородский районының Лакша ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлап, артабан белемен техникумда дауам итә һәм йәш белгес булараҡ хеҙмәт юлына ауыл Советында секретарь булып башлай. Һуғыш башланғас, әхирәттәре менән үҙе теләп фронтҡа китә. Ленинград фронтында зенитсы булып хеҙмәт итә.

Екатерина Васильевна Ватан һуғышы ордены, «Ленинградты обороналаған өсөн» һәм «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа «Башмедьстрой» тресында бухгалтер булып эшләй. Ире менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Үҫеп килгән быуын өсөн уның тормошо - Ватанды яратыу һәм һаҡлауҙың өлгөһө. Екатерина Васильевнаға яҡшы кәйеф, йылылыҡ, хәстәрлек һәм яҡындары эргәһендә тағы ла күберәк бәхетле көндәр теләйем!",  - тип яҙған Азамат Юлдашбаев.

Фото: Азамат Юлдашбаевтың  "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: