

Саҡмағош районында йәшәгән Тәзкирә Ғилуанова оло юбилейын ҙур рух күтәренкелеге менән ҡаршы алды. Хеҙмәт ветераны яҡшы кәйефтә һәм сәләмәтлектә 90 йәшен билдәләне. Ә Игенсе ауылында йәшәгән Зәйнәп Гәрәева 95 йәшлек юбилейын үткәреп, ауылдаштарынан әллә күпме матур теләктәр, ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итте.
Хеҙмәт ветерандарын ҡотларға район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиевтың үҙе килеүе айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ күңелле ваҡиға булды. Етәксе юбилярҙарға матур теләктәр менән бергә гөлләмәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Рәсәй Президенты исеменән ҡотлау открыткаһы алыу ҙа өлкәндәрҙең кәйефтәрен күтәрҙе. Хакимиәт башлығы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн ветерандарға рәхмәт белдерҙе һәм оҙайлы сәләмәт ғүмер теләне.
Ололарға күп тә кәрәкмәй бит, ҡайһы саҡта бер йылы һүҙ, яҡшы мөнәсәбәт, иғтибарлы ҡараш та етә. Юбилярҙаға һаулыҡ, йорттарына именлек теләйбеҙ!
Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.