Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
12 Сентябрь 2022, 22:00

"Ҡәҙерле өләсәйемде бөгөн һуңғы юлға оҙаттыҡ..."

Әбйәлил районынан Илнур Дәүләтбаев ғәзиз кешеһен күтәреп кенә йөрөткәйне...

"Ҡәҙерле өләсәйемде бөгөн һуңғы юлға оҙаттыҡ..."
"Ҡәҙерле өләсәйемде бөгөн һуңғы юлға оҙаттыҡ..."

Һәр кемгә ҡәҙерле кешеһен юғалтыуы бик ауыр. Илнур ҙа ғәзиз өләсәһен күтәреп кенә алып йөрөй ине лә бит...

Хәтерләйһегеҙҙер, йыл башында Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында йәшәгән Илнур Дәүләтбаев "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә өләсәһен күтәргән фотоһүрәтен ҡуйып, аҫтына ошолай тип яҙғайны: "Минең өләсәйемә 94 йәш. Ул беҙҙе бәләкәй саҡта ҡулында ғына алып йөрөп үҫтерҙе. Беҙҙең алыштырғыһыҙ, иң һәйбәт өләсәйебеҙ. Үҙен дә һуңғы көнөнә тиклем ҡулыбыҙҙа ғына йөрөтәсәкбеҙ. Мең рәхмәт һиңә, ӨЛӘСӘЙ! ...Әле беҙ мунсаға китеп барабыҙ".

Бөгөн иһә Илнур социаль селтәрҙәге сәхифәһенә өләсәһе Зәйтүнә Сәғәҙәтованың вафат булғаны хаҡында яҙма ҡуйған...

"Ҡәҙерле генә өләсәйемде бөгөн һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ауыр тупрағың еңел, ятҡан ерең мамыҡтай йомшаҡ булһын, ӨЛӘСӘЙ. Оҙатыуға килгән барлыҡ туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, дүҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ", тигән ул.

Илнур кеүек мәрхәмәтле ейәндәр күберәк булһын ине. Ә Зәйтүнә инәйҙең йәне йәннәттә булһын тип теләйбеҙ. Изгелек өсөн рәхмәтле, риза булып киткәндер ул баҡыйлыҡҡа... 

Фото: Илнур Дәүләтбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

"Ҡәҙерле өләсәйемде бөгөн һуңғы юлға оҙаттыҡ..."
"Ҡәҙерле өләсәйемде бөгөн һуңғы юлға оҙаттыҡ..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: