Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
1 Октябрь 2022, 21:00

86 йәшендә лә утын яра

Балаларының "һине үҙебеҙгә йәшәргә алып ҡайтабыҙ" тиеүҙәре менән һис тә риза түгел Бөрйәндән Рәйсә инәй Мөхәмәтова.

86 йәшендә лә утын яра
86 йәшендә лә утын яра

"Таң" гәзите хәбәр итеүҙәренсә, Бөрйән районы Ҡолғана ауылында йәшәгән Рәйсә Мөхәмәтова, 86 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да үҙе утын яра. 

"Тыумышы менән Әбйәлил районының Хәмит ауылы ҡыҙы Рәйсә Мөхәмәтованың Ҡолғанала йәшәүенә 65 йыл булып киткән.  

- 1957 йылда килен булып төштөм. 20 йыл бабайға сайыр йыйыштым, бер йылын да үҙемә яҙҙырманым. Һигеҙ йыл медпунктта эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Эш хаҡым аҙ булғас, пенсиям да күп түгел. Заманында районыбыҙҙың билдәле теш табибы Кучумов: “Инәй, теш ҡуйҙыр”, - тигәйне. “Ҡуй, ҡартайҙым инде, ниндәй теш”, тигән булғайным. Хәҙер инде Кучумов та юҡ... - тип хәл-әхүәлдәре менән бүлешергә ашыҡты инәй.

Рәйсә инәй алты бала тәрбиәләп үҫтергән.

- Барыһына ла туйҙар үткәрҙем, уҡыттым. Өлкән ҡыҙым Хәкимә - Бәләбәйҙә, Зәйнәп - Әбйәлилдә, Гүзәл – үҙ районыбыҙҙа, Һарағыла. Тәлғәт улым - ауылда. Уның биш ҡыҙы бар. Өсәүһе үҙаллы донъя көтә. Ейән-ейәнсәрҙәремдең иҫәбен дә белеп етмәйем хәҙер, - тип балаларын барлап сыҡты инәй.

Тормош иптәше Әғзәм бабайҙың мәрхүм булыуына 21 йыл үтеп киткән. Ике улын да юғалтҡан инәй. Бер үҙе йәшәһә лә, яңғыҙ түгел – балалары килеп хәлен белеп, өй эштәрендә ярҙам итеп тора. Тик "алып ҡайтабыҙ" тиеүҙәре менән һис тә риза түгел икән инәй. Ауылдашы Зилара апай Мөлөкова уны мунсаға саҡырып, үҙ әсәһендәй тәрбиәләп тора.

- Бөтә эштәрҙе лә башҡарҙыҡ, малын да ҡараныҡ, ҡош-ҡорттан күркә генә көтмәнем. Элек юҡ нәмә үҙе генә булманы бит. Хәҙер өс бөртөк тауығыма әүрәп ултырам инде, - тип тормошо хаҡында һөйләне инәй", - тип хәбәр ителә "Таң" гәзитендә.

Ололар көнө менән һеҙҙе, Рәйсә инәй! Имен-һау булығыҙ!

Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: