Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
1 Октябрь 2022, 13:00

Байрамға бүләккә - "Башҡортостан" гәзите!

Сибай эшҡыуары Вәзирә Ғәликәева Оло йәштәгеләр көнө алдынан кемдәрҙе һөйөндөрҙө? 

Байрамға бүләккә - "Башҡортостан" гәзите!
Байрамға бүләккә - "Башҡортостан" гәзите!

Вәзирә Ғәликәева - Урал аръяғы райондарында киң танылыу алған “Оптик-сервис” оптикалар салоны селтәре етәксеһе. Ул үҙ эшен 2012 йылда аса һәм алдынғы технологияларға таянып эш итеүе, клиенттар менән яҡшы мөғәмәләлә булыуы, заманса үҫешкә ынтылыуы һөҙөмтәһендә кәсебен тиҙ арала киңәйтеүгә өлгәшә.

Бөгөн эшлекле ханымдың Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында барлығы биш салоны уңышлы эшләй.

Вәзирә Абрар ҡыҙы мәрхәмәтлелек сараларында һәр саҡ теләп ҡатнаша, төрлө акциялар үткәрә. Ололар көнө алдынан ул Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона һәм Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтарға "Башҡортостан" гәзитенә подпоиска бүләк итте!

Сибай эшҡыуары хаҡында тулыраҡ мәҡәлә менән гәзиттең киләһе һандарының береһендә танышырһығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: