Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
3 Октябрь 2022, 16:05

Урмансыға – 100 йәш!

13 ейән-ейәнсәре, 23 бүлә-бүләсәре һәм 10 тыуа-тыуасары булған инәй оло юбилейын билдәләне.

Урмансыға – 100 йәш!
Урмансыға – 100 йәш!

Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Рәйсә Шәрәфислам ҡыҙы Килмәтова үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән.

Урман белгесе әйтеүенсә, ул оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисергән. Рәйсә Килмәтова 1922 йылдың 29 сентябрендә Башҡортостандың Балтас районында тыуған. Борайҙа урта мәктәпте тамамлай. Һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  мәктәптә математиканан уҡыта.

1961 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Борай урман хужалығында урман үҫентеләрен үҫтереү буйынса бригадир булып намыҫлы эшләгән.

Рәйсә Килмәтова – алты бала әсәһе. «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. Бөгөн уның 13 ейән-ейәнсәре, 23 бүлә-бүләсәре һәм 10 тыуа-тыуасары бар.

Бер быуатлыҡ юбилярға артабан да күңел күтәренкелеге, сәләмәтлек һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ".

Урмансыға – 100 йәш!
Урмансыға – 100 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: