Ветеран
7 Октябрь 2022, 17:00

Ветеран ҙур хыялын тормошҡа ашырған

Флүр Дашкиндың әүҙемлеге йәштәр көнләшерлек!

Ветеран ҙур хыялын тормошҡа ашырғанВетеран ҙур хыялын тормошҡа ашырған
Ветеран ҙур хыялын тормошҡа ашырған

Федоровка районында йәш быуынға өлгө булырлыҡ, тормош һөйөүсән, булдыҡлы, маҡсатҡа ынтылышлы өлкәндәр күп. Уларҙың әүҙемлеге йәштәр көнләшерлек. Шуларҙың береһе – Үрге  Яуыш ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Флүр Дашкин.

Ветеран, тыуған ауылында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырып, күптәнге хыялын тормошҡа ашырған.

Уның коллекцияһында этнографик элементтарға бай әйберҙәр, милли кейемдәр, туҡымалар, ҡул эштәре, көнкүреш әйберҙәре, хәрби ҡорамалдар, документтар тупланған. Музей яңы экспонаттар менән тулыланыуын дауам итә. Үҙ халҡының үткәне менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн тыуған яҡты өйрәнеү музейы бик кәрәкле. “Үткәнеңде белмәй, киләсәгеңде күҙаллау мөмкин түгел”, – тип иҫәпләй Флүр Дашкин. Яҡташтары ауыл музейында булып, ата-бабаларының көнкүреше, тормошо, хәрби юлы менән яҡындан танышып, ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын кисерә, тип яҙа "Ашҡаҙар таңдары".

Фото: Үрге Яуыш ауылының моделле китапханаһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас