Ветеран
11 Октябрь 2022, 03:00

“Икебеҙгә - бер шөғөл...”

Улар тормоштағы ябай ғына нимәгә лә шатланып йәшәй белә...

“Икебеҙгә - бер шөғөл...”“Икебеҙгә - бер шөғөл...”
“Икебеҙгә - бер шөғөл...”

50 йыл бергә йәшәгән Николаевтар дуҫтарының туйында таныша, һәм күп тә үтмәй, йәштәр ғаилә ҡора. Никахлашҡандан һуң Дыуан районына күсеп киләләр. Ошо ерҙә бәхетле ғүмер кисереп, ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр, әле ейәндәрен тәрбиәләшәләр.

Виталий Иванович менән Валентина Николаевна “Һеҙҙең бәхеттең сере нимәлә?” тигән һорауға берҙәм рәүештә:”Һәр саҡ бергә булыуҙа!” – тип яуап ҡайтара. Хатта уларҙың яратҡан шөғөлдәре лә икәүһенә берәү – балыҡ тотоу! Йыш ҡына, таң атыу менән, йылға-күл буйына ашығалар. Табыштарынан консерва эшләйҙәр, балаларын һәм күршеләрен балыҡ менән һыйлайҙар.

Улар тормоштағы ябай ғына нимәгә  лә шатланып йәшәй белә. Ғаиләләге татыулыҡ, балалар менән яҡшы мөнәсәбәт, бер-береңә ярҙам һәм изге теләктәр юбилярҙар өсөн бик мөһим. Шуға күрә һәр яңы көн - уларға шатланыу өсөн матур сәбәп.

Фото: БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас