

Илле йыл буйы шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла, ҡайғы-хәсрәтте лә, уңыш-ҡаҙаныштарҙы ла уртаҡлашып йәшәгән был парға һоҡланмау мөмкин түгел!
Стәрлебаш районында йәшәгән Хәлимә һәм Шамил Кәримовтар Республика көнө алдынан бергә йәшәүҙәренең юбилейлы датаһын билдәләне. Райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Роза Кәримова һәм Стәрлебаш ауыл хакимиәте хеҙмәткәре Рәсимә Ишбулдина хеҙмәт ветерандарын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға килде. Юбилярҙар хөрмәтенә йылы һүҙҙәр әйтелде, уларға Башҡортостан Башлығының Ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Ирле-ҡатынлы Кәримовтар ғүмер буйына район халҡына хеҙмәт итә. "Шамил Хәбир улы көнкүреш техникаһын йүнәтеүсе оҫта, аҙаҡ электрик булып эшләй, ә Хәлимә Миңлеғәле ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатында тегенсе булды", - тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре” гәзите.
Кәримовтар Рөстәм исемле ул тәрбиәләп үҫтерә, бына 15 йыл инде уның ғаиләһе, ейәндәре менән атай йортонда татыу донъя көтәләр. Кескәйҙәр менән аралашыуҙан өлкәндәр ҙур ҡәнәғәтлек кисерә,”улар беҙгә ҡартайырға ирек бирмәй”, ти өләсәй менән олатай. Илле йыл буйы тормош көткәндә байтаҡ ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә тура килә, ғаилә башлығы ике тапҡыр инсульт кисерә. Әммә Кәримовтарҙағы тормошто яратыу, ихласлыҡ һәм берҙәмлек барыһынан да көслө! Хеҙмәт ветерандарын ғаилә юбилейы менән ҡотлап, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: “Стәрлебаш шишмәләре” гәзите.