

Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы һирәгәйә. Бәләбәй районында 102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яҡуп Әйүповты һуңғы юлға оҙаттылар. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев хәбәр итә.
Яҡуп Юныс улы Мәтәүбаш ауылында 1920 йылдың 1 сентябрендә тыуған. 1940 йылдың сентябрендә әрме хеҙмәтенә алынған. Алыҫ Көнсығышта һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, милитаристик Японияның Квантун армияһына ҡаршы һуғышҡан. Зенит расчетының элекке командиры тыуған төйәгенә 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан. Хәрби хеҙмәте "Японияны еңгән өсөн", Жуков миҙалы, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән билдәләнгән.
Яугир тыныс тормошта һынатмаған, ил хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнашҡан. Бәләбәй баш урмансылығында 37 йыл эшләгән, тырыш хеҙмәте күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы һәм Бәләбәй районының почетлы гражданы исемдәрен алған. Ҡатыны Рауза Инсафетдин ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән.
Бәхил бул, хөрмәтле ветеран!
Фото: А. Сәхәбиевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.