

Ҡалтасы районында йәшәгән хеҙмәт ветерандары тормоштарының яңы “алтын” битен асты. Ярты быуат ғүмерҙәрен ҡулға-ҡул тотоношоп, татыулыҡта үткән Бибирәжәп һәм Ғәфиәт Мөнировтар эштә лә һыр бирмәгән. Ғәфиәт Шәһит улы тыуған районы биләмәһен һәм ауылын төҙөкләндереүҙә ең һыҙғанып эшләгән, биш тапҡыр “Социалистик хеҙмәт еңеүсеһе” билдәһе, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы, Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Бибирәжәп Тимерхан ҡыҙы егерме йылдан ашыу Ҡалтасы районы ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләп, “Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы” билдәһе менән наградланған. Хаҡлы ялға Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһының баш бухгалтеры вазифаһынан китә.
Тормошта ла Мөнировтар бик бәхетле. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, хәҙер улар үҙҙәре бына тигән атай-әсәй. Тормош юбилярҙары дүрт ейәнгә һәм өс ейәнсәргә олатай-өләсәй булыуҙарынан ҡәнәғәт.
Олпат йәштә лә хеҙмәт ветерандары - күптәр өсөн берҙәмлек, мөхәббәткә тоғролоҡ өлгөһө. Юбилярҙарҙы райондың ЗАГС бүлеге һәм Ҡалтасы ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселәре ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ өлкәндәргә Башҡортостан Башлығының ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.