Ветеран
3 Ноябрь 2022, 02:00

Учалы ветеранына- 98 йәш!

Кисә Учалы районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын тыуған көнө менән ҡотланылар.

Учалы ветеранына- 98 йәш!Учалы ветеранына- 98 йәш!
Учалы ветеранына- 98 йәш!

Кисә Учалы районының Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Буҙыҡаев Үзбәк Абдрахман улына 98 йәш тулған. Ул 1924 йылдың 2 ноябрендә Бәләкәй Муйнаҡ ауылында тыуған. Иртә ата-әсәһен юғалта. 1942 йылдың сентябрендә 18 йәшендә фронтҡа китә. Смоленск өлкәһендә 124-се уҡсылар бригадаһының отделение командиры булып хеҙмәт итә. Польшаны, Чехословакияны, Германияны азат итеүҙә ҡатнаша, өс тапҡыр ҡаты яралана. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң Белорет педагогия училищеһын  тамамлай. Ураҙ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, Магнитогорск педагогия институтында ситтән тороп белем ала. 1970 йылда - «Башҡортостандың мәғариф отличнигы», 1974 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була.

Беҙ ҙә Үзбәк Абдрахман улын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Артабан да бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

Учалы ветеранына- 98 йәш!
Учалы ветеранына- 98 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас