

Әбйәлил районы Буранғол ауылында йәшәгән Бәширә Усманованы ауылдаштары "тере энциклопедия" тип йөрөтә. Бәширә Шәкүр ҡыҙы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә позитив ҡарашта, дәртле һәм рухлы. Инәй ауылдың тарихын яҡшы белә, ауылдаштарының һәр береһен исемләп иҫләй, шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй, юморға бай, күңелле һәм алсаҡ кеше.
Буранғолда тыуып үҫкән. Темәс педагогия училищеһын тамамлап, Хәмит ауылында балалар уҡыта. Артабан уны яҙмыш йәнә тыуған ауылына алып ҡайта. Ире менән биш бала үҫтергәндәр, әле шуларҙың өсәүһе - иҫән.
Буранғол инәйе тураһындағы ҡыҙыҡлы яҙманы гәзитебеҙҙең киләһе һандарында таныштырырбыҙ. Әлегә ул һөйләгән шиғырҙы тәҡдим итәбеҙ.
Әйткәндәй, Бәширә инәй яңғыҙы йәшәй.
Автор фотоһы һәм видеоһы.