

Эске эштәр министрлығы ветераны Рәшит Нуриманшин Баҡалы районында хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған кеше. Ул замандағы бөтә йәштәр кеүек, Рәшит Ғилфан улы ла армия бутҡаһын татыған, автослесарь һөнәрен алған, аҙаҡ Германияла прапорщик булып хеҙмәт иткән. Аҙаҡ яҙмыш уны Украинаға илтә, 1991 йылдан Силәбе өлкәһендә эске эштәр бүлегендә эшләй. Тыуған районында эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеп пенсияға сыға. Унан һуң да ветеран тынысланып өйҙә ятырға теләмәй, ун йыл буйына федераль ҡаҙнаның ведомство һағында, биш йыл Себерҙә эшләй.
–Бала саҡтан водитель булыу хыялы менән йәшәнем.Бына хәҙер тап ошо эш менән мәшғүлмен, дүрт йыл йөк ташыу менән шөғөлләнәм, – ти Рәшит Ғилфан улы.
Яратҡан эш шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо ғына килтерә. Ошо ваҡыт эсендә даими клиенттары тупланған, уға иң ҡиммәтле йөктө ышанып тапшыралар. Уның хеҙмәтенән эшҡыуарҙар, ябай кешеләр файҙалана. Хатта күрше район һәм өлкәләрҙән мөрәжәғәт итеүселәр бар.”Был эш һис тә еңел түгел, ҙур яуаплылыҡ һәм оперативлыҡ талап итә, “тимер атың” һәр саҡ төҙөк һәм әҙер булырға тейеш”, ти ул.
Рәшит Ғилфан улының күңеле киң, йомарт, һәр кемгә булышырға ғына тора, яңыраҡ социаль приютҡа матди ярҙам күрһәткән. Бөгөн уның термобудкалы машинаһы һәм Газель-Некст машинаһы юлға сығырға әҙе.Ышаныслы тылы ла бар. Хәләл ефете Фәвриҙә Ғабдрахман ҡыҙы менән бына тигән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер ололарҙы ейәндәре һөйөндөрә. Йорт йыһаздары, көнкүреш техникаһы, төҙөлөш материалдары килтерергә кәрәк булһа, икеләнмәй Рәшит Ғилфан улына шылтыратығыҙ!
Фото: “Баҡалы таңдары” гәзите.