

Бишбүләк районы Каменка ауылынан тыл эшсәне Павлова Таисия Григорьевна үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәне. Уны Каменка ауыл Советы рәйесе Ирина Шишкина һәм эштәргә идара итеүсе Надежда Проняшина, ветерандар советы рәйесе Наталья Гурьянова, туғандары, күршеләре һәм ауылдаштары ҡотлаған. Йөҙйәшәр инәйҙең хәтере лә шәп: ул әле лә күмәк хужалыҡ ойоштороу йылдарын, Бөйөк Ватан һуғышын, 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу осорон яҡшы хәтерләй. Уға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың шәхси ҡотлауын тапшырып, район хакимиәте башлығы Артур Зарипов йылы юрған бүләк иткән.
Таисия Григорьевна оҙаҡ йылдар Каменка мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, һуңынан интернатта тәрбиәсе була. Талапсан, әммә ғәҙел педагогты уҡыусылары хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр, хәҙер уның тәүге уҡыусыларына ла 70 йәш тула.
Һуғыш осороноң барлыҡ ауырлыҡтарын кисереп, 1951 йылда Таисия Григорьевна ирен һуғыштан көтөп ала. Ире Иван Федорович менән өс малайға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтыралар, әммә ул күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән.
Йөҙйәшәр инәй ауырыуҙарға бирешмәй әле. Тормош уны нисек кенә һынамаһын, ул сабыр һәм изге күңелле булып ҡала алған. Таисия инәй әле лә телевизор ҡарай һәм гәзит уҡый.
Бөгөнгө көндә Бижбүләк ағинәйе улы Василий һәм килене Люба тәрбиәһендә йәшәй.
Беҙ ҙә бер быуат йәшәгән инәйҙе олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото: Бижбүләк район хакимиәте сайтынан.