

Сәкинә Ширәева күп балалы ғаиләлә үҫкән, йәшләй генә колхозға эшкә төшкән. Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа районды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән.
Ире менән дүрт балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Бөгөн Сәкинә инәйҙең һигеҙ ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәре бар.
"Сәкинә Мөшәрәп ҡыҙы элеккесә әүҙем. Беҙҙе шатланып ҡаршы алды. Һәр ваҡиғаны аныҡ хәтерләй, шаяртып та ала. Үҙенең тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләне", - ти район етәксеһе Реканс Ямалиев. Ул инәйҙе тыуған көнө менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләк, гөлләмә бүләк иткән.
Фотолар Саҡмағош районы хакимиәтенән алынды.