

Бындай шатлыҡлы ваҡиға тураһында журналист Аида Хәйретдинова "Балтач таңнары" гәзитендә хәбәр итә.
Балтас районының Иҫке Балтас ауылында йәшәгән Рәзифә Ниғәмәтйәнованың 20 йәшлек экзотик гөлө сәскә атҡан. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, хеҙмәт ветераны Рәзифә Ғәснәүи ҡыҙы гөлдәр үҫтерергә ярата.
-Был алоэ гөлө өйөмдә егерме йыл үҫә. Гел бер урында ултыра. Йәй көндәрендә ҡояш нурҙарынан һаҡлап тоторға тырышам, һыуҙы ла башҡа гөлдәргә һипкән кеүек ҡоям. Тамырынан сыҡҡан йәш үҫентеләрен дуҫтарыма бирәм, һорағандарға дауалау өсөн дә таратам, -ти ул.
Үҙе лә гөлдө кәрәк ваҡытта дауа итеп тә ҡуллана. Алоэ гөлө сәскә атмай тип уйлаған ханым өсөн уның уҡ сығарғас, бик ғәжәпләнеп ҡалған. Артабан ҙур түҙемһеҙлек менән алоэның сәскә атыуын көткән.
-Оҙаҡ ҡына торҙо һары төҫтәге сәскәһе, әммә орлоҡ яһаманы. Бик матур икән алоэның сәскәһе, -ти Рәзифә Ниғәмәтйәнова.
Әйткәндәй, гөл үҫтереүсе уңған ҡатындар, һеҙҙең алоэғыҙ сәскә атҡаны булдымы? Булһа, беҙҙең менән дә уртаҡлашығыҙ әле?
Фото: Аида Хәйретдинова.