

Салауат районында йәшәгән Сәмиғуллиндар ғаиләһе һәр йәһәттән дә өлгө алырлыҡ уңған ғаиләләрҙең береһе. Ринат Ағзам улы һөнәрселек училищеһын тамамлағас, Силәбеләге ойошмаларҙың береһендә бригадир булып эшләй. 1971 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Буласаҡ хәләл ефетен дә шунда осрата.
Аҙаҡ 6872-се механизацияланған күсмә колоннала прораб булып хеҙмәт итә, хаҡлы ялға сыҡҡансы “Башсантехмонтаж” ойошмаһында эшләй. Пенсияла ла ҡул ҡаушырып ултырмай, һөнәрселек училищеһында, юл ремонт-төҙөлөш идаралығында хеҙмәтен дауам итә. Күп йыллыҡ маҡтаулы хеҙмәте өсөн Ринат Ағзам улы “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалы менән наградлана. Ҡатыны Земфира Зәки ҡыҙы ҡырҡ йылдан ашыу Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында баш шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул– “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”. Илле йыл бергә ғүмер кисергән Сәмиғуллиндарҙы ысын мәғәнәһендә тормошта ла, хеҙмәттә лә “отличниктар” тип әйтергә мөмкин. Өс бала тәрбиәләп үҫтергән улар, хәҙер ете ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып йәшәй ветерандар.Салауат районының ЗАГС хеҙмәткәрҙәре тормош юбилярҙарына Башҡортостан Башлығының Ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. Тормош юбилярҙарына оҙайлы ғүмер һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото:#госкомюстициирб
#загсырб