Ветеран
18 Ноябрь 2022, 18:10

"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"

"Атайсал" ҡунаҡтары Асҡындағы берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән осрашты. 

"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!""Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"
"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"

Асҡын районына “Атайсал” форумына килгән ҡунаҡтар иҫән-һау булған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакировтың хәл-әхүәлен белешмәй китә алманы.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов бер төркөм ҡунаҡтар менән ветерандың әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып торған күркәм йортонда булды, әңгәмәләште, бүләктәр тапшырҙы, ҡыҙы Асия Мөхәмәтзыя ҡыҙы менән танышты.

Райондың Упҡанкүл ауылында йәшәгән ветеранға - 96 йәш. Ул 1944 йылда фронтҡа алына. Хеҙмәтте Ырымбур өлкәһендә үтә, пехотала, артиллерияла хеҙмәт итә, элемтәсе була. Бөйөк Еңеүҙән һуң Алыҫ Көнсығышҡа, Япония менән һуғышҡа оҙатыла. Яу тамамланһа ла, Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров өсөн хеҙмәт тамамланмай, уны Чукоткаға хеҙмәт итергә ебәрәләр. 1951 йылда ғына, күкрәгенә орден-миҙалдар тағып, тыуған яғына ҡайтып төшә. Жуков миҙалы, “Японияны еңгән өсөн” миҙалы, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм юбилей миҙалдары - ошо дәһшәтле дәүерҙең иҫтәлеге. Аҙаҡ колхозда, төҙөлөштә эшләй. Ҡатыны менән һигеҙ бала үҫтерәләр, әле уларҙың бишеһе иҫән-һау.

Ҡунаҡтар һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына һаулыҡ, именлек теләне, оҙаҡламай тыуған көнөнә килеп ҡотлаясаҡтарын белдерҙе. Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров әле лә ауылдаштарының тормошо менән ҡыҙыҡһынып, тормоштоң тағы ла яҡшырасағына, иҫке клуб урынына яңыһы төҙөләсәгенә ышанып йәшәй.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"
"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"
"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"
"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"
"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"
"Мөхәмәтзыя бабай, тыуған көнөңә лә килербеҙ!"
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас