

Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында йәшәгән Роза Ишморатова ҡул эштәренә бик маһир, уның сейләндән эшләгән эштәре, төрлө сәскәләре, сиккән һәм бәйләгән диван, ултырғыс ябыуҙары күҙҙең яуын ала.
-Бәләкәйҙән ҡул эшенә оҫта булдым. Әсәйем шәл бәйләһә, мин уның ситен бәйләп ултырыр инем. Төрлө ҡул эштәрен дә берҙәй яратып башҡарам, күңел һалып бәйләгән, сиккән эштәремде ҡыҙҙарыма, ейәнсәрҙәремә бүләк иттем. Ҡыҙҙарыма ла өйрәтәм, шөғөлөмдән йәм табып, эшеңдең һөҙөмтәһен күреп, балаларса ҡыуанып та алам, - Роза Исламғәзи ҡыҙы.
Күптән түгел оҫта ҡуллы ҡатын тормош иптәше Һөйөндөк Ишморатов менән бергә йәшәүҙәренең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Алтын туйҙарын билдәләүсе парға, республика Башлығы указына ярашлы,иҫтәлекле бүләк тапшырылған.
Автор фотоһы һәм видеоһы.