Яңы йыл алдынан Нефтекамала йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән. Мөхәмәтулла Ғәтиәтулла улы ҡатыны Мәғәфиә менән туғыҙ балаға ғүмер биргән, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәренең иҫәбе юҡ!
Ҡаланың олпат гражданын ҡотларға Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлитов үҙе килгән.
«Бала саҡта Еңеү парадында уның ҡатнашҡанын ҡарағанды хәтерләйем. Ышаныс менән әйтә алам, бөгөн беҙ уның менән яҡшы дуҫтар. Мин уға йыш ҡунаҡҡа киләм, һөйләшеп ултырабыҙ. Ҡыҙыҡлы тарихтарҙы күп белә, уларҙы һөйләй, һәр саҡ шаярта. Олоғайған һайын насарыраҡ ишетә, әммә бик дәртле һәм шаян», – ти Эльдар Вәлитов.
Мөхәмәтулла Вәлиуллин 1919 йылдың 26 декабрендә Ҡарман ауылында тыуған. Минометсы һәм элемтәсе була. Һуғышта ҡаты яралана: бөгөн бер яҡ күҙе күрмәй һәм насар ишетә.
Мөхәмәтулла Ғәтиәтулла улы Бөйөк Еңеүҙе Чехияла ҡаршылай. Демобилизацияланғандан һуң тыуған яғына ете йылдан ғына әйләнеп ҡайта ала. Шулай ҙа бирешергә һис кенә теләге юҡ: оптимистик рухта, үҙен яҡшы тоя.
Юбилярҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ. Артабан да ветеранға бәхетле ҡартлыҡ, йән һәм тән тыныслығы теләйбеҙ!
Фото: "Башинформ"