Бөгөн Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәгән Файза Мостафа ҡыҙы Юламанова үҙенең оло юбилейын – 100 йәшен билдәләй.
Бер быуатлыҡ тарихтың тере шаһиты булған юбилярҙың тирә-яҡҡа “тракторсы Файза” тигән даны таралған. Файза инәй ете бала менән тол ҡала. Үҙе атай һәм әсәй урынында балаларын ел-ямғырҙан ҡурсалап аяҡҡа баҫтыра. Хәстәрлекле әсә ҡулында ҡанат нығытҡан ул-ҡыҙҙарының һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан.
Бөгөн бәхетле инәй ҡыҙҙары һәм кейәүҙәренең, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрҙәр ҡосағында бәхетле ҡартлығын кисерә. Өләсәһен оло юбилейы менән ҡотлап, Күсей ауылында йәшәгән ейәнсәре Нәркәс Үтәғолова бик матур шиғыр яҙған.
Йомарт, аҡыллы,
Уңғанһың, өләсәйем.
Ғүмер байрамыңда
Изге теләктәр өләшәйем.
Ҡотобоҙ һин, ҡояшыбыҙ,
Нур сәсә һәр саҡ йөҙөң.
Мең рәхмәт Хоҙайыма,
100-өңә килеп еттең.
Аҡыл-кәңәштәрең биреп,
Беҙгә һәр саҡ үрнәкһең.
Һәр яҡлап ярҙамсы, терәкһең,
Барыбыҙға һин кәрәкһең.
Бер быуатлыҡ оло
Юбилейың ҡотло булһын!
Һаулыҡ, именлек,
Ҡыуаныстар ғына булһын!
Йәшә лә йәшә әле
Ҡәҙер-хөрмәттә генә.
Барыһы өсөн дә
Ҙур рәхмәт һиңә!
Беҙ ҙә Баймаҡ йөҙйәшәрен оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Фото: Нәркәс Үтәғолова.