Салауат районында йәшәгән 95 йәшлек Рәшит Хужа улы Фәйзуллин – “Салауат Юлаев” хоккей клубының иң өлкән көйәрмәне, яратҡан командаһының бер матчын да ҡарамай ҡалмай.
Уйынсылар оло юбилей хөрмәтенә аҡһаҡалға “Салауат Юлаев” клубы формаһын автографтар менән бүләк иткән, ҡотлау открыткаһы яҙған, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите. Ветеранға ҡәҙерле бүләкте ейәне Данир Латипов алып ҡайтып, тантаналы шарттарҙа тапшырған. Бүләкте ул хоккей командаһы ҡапҡасыһы Илья Ежовтың ҡулынан алған.
Хәҙер көйәрмән хоккей формаһын кейеп, бүләк менән бик ғорурланып йөрөй, тиҙәр. Ветеранға ныҡлы һаулыҡ, оҙайлы ғүмер теләйбеҙ!
Фото: “Салауат ерендә” гәзите.