

Бөгөн республикала ике йөҙйәшәр үҙҙәренең оло юбилейын билдәләй. Уларҙың береһе – Файза Юламанова Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәһә, икенсеһе – Ғафури районының Красноусол ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вилдан Шәрипов.
Ошо уңайҙан муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов хөрмәтле аҡһаҡалға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хаттарын, шулай уҡ район хакимиәтенән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
- 90-ды туҡмап, 100-гә йөҙөп килеп инергә яҙһын, - тиҙәр бит. Бына, Аллаға шөкөр, бөгөн беҙ һеҙҙең 100 йәшлек юбилейығыҙға килдек. Иҫәнлек-һаулыҡ биреп, артабан да балаларығыҙҙың матур ихтирам-хөрмәтендә ғүмер итергә яҙһын, - тине Фәнзил Фәйез улы.
Ғүмере буйы тормош уртаһында ҡайнап йәшәгән, район һәм республика гәзиттәренә төрлө темаларға мәҡәләләр яҙған ил уҙаманы донъя хәлдәре, райондағы иҫән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең тормошо менән ҡыҙыҡһынды.
Ҡәҙерле Вилдан Әйүп улын бер быуатлыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: "Табын" гәзитенән.