Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Фазлиәхмәт улы Гәрәевҡа 100 йәш тулды. Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов ҡотлау һәм бүләктәр тапшырыу өсөн уға ҡунаҡҡа килде.
«Уға ҡунаҡҡа килдем, ҡотланым, бүләктәр тапшырҙым. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ҡотлау хатын тапшырҙым. Рәйес Фазлиәхмәт улы ҡыҙы менән Туймазыла йәшәй. Туғандары уны һаҡлай, хәстәрлек күрә һәм уны бик ярата», - тип хәбәр итте район башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фронтовик Суҡаҙытамаҡ губернаһының Арыҫланбәк ауылында тыуған, һуңынан ғаилә күрше Үрнәк ауылына күскән. Мәктәпте тамамлағас, фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь-механикка уҡый. Рәйес Фазлиәхмәт улын 1942 йылдың ғинуарында армияға саҡыралар, кесе сержант дәрәжәһендә Сталинградҡа ебәрәләр. Яралана. Еңеү көнөн Көнсығыш Пруссияла ҡаршы ала. Тыуған яҡтарына 1947 йылда ғына ҡайтып төшә. Һуғыштан һуң «Октябрьскнефть» НГДУ-һында электромонтёр булып эшләй. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Хәләл ефете Кәшифә Хәмиҙулла ҡыҙы менән 70 йыл бергә ғүмер кисергән, улар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Биш йыл элек ҡатыны вафат булған.
Бер нисә йыл элек Рәйес Фазлиәхмәт улы коронавирус инфекцияһы менән сирләгән, ләкин бирешмәгән, еңеп сыҡҡан.
Ветеранды юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: "Башинформ"