Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мәүлиҙә Кәрим ҡыҙы Сәйфетдинова 100 йәшлек юбилейын билдәләгән. Бер быуатлыҡ тарихтың тере шаһиты ҡыҙы Рәйсә янында йәшәй. Йөҙйәшәрҙе юбилейы менән ҡотларға килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, инәй барыһына ла: "Һин шундай матур күренәһең!" тигән һүҙҙәр менән күңелдәрен күтәргән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ағинәйҙең зиһене яҡты, хәтере шәп, мәрәкәсел.
Мәүлиҙә Кәрим ҡыҙы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мисбах Минһаж улы Сәйфетдиновтың тол ҡатыны. Улар ете бала үҫтергән, балалар баҡсаһында тәрбиәсә булып эшләгән. Йәш саҡта тыуған ауылы Лаҡлынан район үҙәгенә йәйәү йөрөй торғайным - унда һәм кирегә 40 саҡрым, ти йөҙйәшәр инәй.
Мәүлиҙә Кәрим ҡыҙы – изге күңелле өләсәй, ул бер кемгә лә үпкәләмәгән, асыу тотмаған һәм бер кемде лә рәнйетмәгән. Бындай кешеләргә Хоҙай тәғәлә оҙон һәм фатихалы тормош бирә лә инде! Сәләмәт булығыҙ, Салауат районы йөҙйәшәре!
Фото: "Салауат ерендә" гәзитенән.