Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Мәғзүрә һәм Кирәймәргән Кейекбирҙиндәр - районда иң өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Икеһе лә оҙаҡ йылдар лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеп, хаҡлы ялға сыҡтылар.
Хәҙер күңелдәре теләгән шөғөлдәр менән булып йәшәй улар, икеһе лә сәнғәтте ярата. Ғаилә башлығы Кирәймәргән Әғзәм улы баянда өҙҙөрөп уйнаһа, ҡатыны Мәғзүрә Ғаяз ҡыҙы уға моңло тауышы менән ҡушылып китә. Илле йылға яҡын бер-береһенә терәк булып, ҡыҙҙары Гөлшанға өлгөлө атай-әсәй, ейәнсәре Гөлназа менән ейәндәре Камилға хәстәрлекле олатай-өләсәй булған Кейекбирҙиндәр тураһындағы яҙма гәзитебеҙҙең киләһе һандарында донъя күрәсәк.
Әлегә уларҙан моңло сәләм!
Автор видеоһы.