Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов яҙмаһынан:
"Һүҙем ошо арала үҙенең күркәм юбилейы, 80 йәшен билдәләүсе Әбеш урта мәктәбенең элекке директоры Фазылйән Айса улы Сурин тураһында.
Быйылғы йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Фазылйән Айса улы күптәр өсөн уҡытыусы ла, остаз да булды һәм һаман да шул йөгөн ташламай ауылыбыҙҙың бер биҙәге булып, бынамын тигән итеп донъя көтөп, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла, биләмәнең ветерандар советын етәкләргә лә ваҡыт табып, янып йәшәй. Ата-әсәһенең ғаиләһендә иң өлкән бала булараҡ, уға өлкәндәр менән бергә донъя йөгөн тартырға, нужа һурпаһын да арыуыҡ һемерергә тура килә. Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуып үҫеп, Әбеш урта мәктәбен тамамлағас иң тәуҙә үҙенең тиҫтерҙәре йәшендәге уҡыусыларҙы тыуған мәктәбендә уҡытып та йөрөй. Һуңынан Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инеп шул йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итергә лә, үҙе менән бергә уҡып йөрөгән Учалы һылыуы Алһыу Муфазал ҡыҙына өйләнергә лә өлгөрә. Институтты тамамлағас йәш ғаилә Хәйбулла районының Вәлит мәктәбенә эшкә ҡайта, ләкин ул тыуған мәктәбенә тартыла һәм 1970 йылда Әбешкә күсеп ҡайталар.
Мин Әбеш мәктәбенә уҡырға килгәндә Фазылйән Айса улы директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары ине. Төпкөл генә ауылдан килгән, бер ҡатын-ҡыҙ уҡытыусынан башҡа кеше күрмәгән балалар елдереп йөрөгән ир уҡытыусынан әҙерәк шөрләгәнбеҙҙер ҙә, өлгө лә алғанбыҙҙыр инде. Шул ваҡыттан Фазылйән Айса улы минең уҡытыусыма, ә үҙем уҡытыусыға уҡып сығып тыуған мәктәбемдә эшләй башлағас остазыма әйләнде, тиһәм, һис тә яңылышмаҫмын, тип уйлайым. Уның ныҡышмал, талапсан етәксе булыуының һөҙөмтәһе булып уҡыусыларҙың күпләп юғары һәм урта белем алыу уҡыу йорттарына инеүе, һуңынан яҡшы хеҙмәткәрҙәр, етәкселәр булып китеүе, шулай уҡ мәктәптә алдынғы уҡытыусылар коллективы тупланыуы тора. 90-сы йылдар барышында инде иҫке мәктәп бинаһы авария хәлендә булғас, үҙебеҙҙең элекке мәктәп уҡыусыларының ярҙамы менән ауылыбыҙҙы йәмләп өс этажлы мәктәп, ике этажлы мәктәп яны интернатын төҙөтөугә өлгәште. 2000 йылда мине үҙенең уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп ҡуйғас, 2005 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы белгәндәрен өйрәтергә, күрһәтергә тырышты. Мәктәп директорҙарының кәңәшмәләренә лә ебәрә ине, йәнәһе өйрәнә торһон, тигәндер инде. Элек беҙҙе атай-әсәйҙәр өлкәндәрҙең, яҡташтарыбыҙҙың өлгөһендә тәрбиәләнеләр. Шуға бер генә миҫал килтерәм. Һаман да иҫемдә - мин 7семе-8семе синыфты тамамлаған йыл ине - мин, атайым һәм әсәйем ат егеп арба менән Бүренең йәйге йәйләүенә китеп барабыҙ, әсәй сепаратта һөт айырта, атай ферма мөдире ине. "Улым, мәктәпте бөткәс кем булаһың?" - тип һораны атай. Мин ни - колхозник балаһы, уйлап та тормай "Һинең һымаҡ ветврач йәки зоотехник булырмын әле", - тип яуап бирҙем. Улар мине тиргәштереп: - Юҡ, ана Фазылйән Айсович, Сәфәр Яхич, Йомағужа ағайың һымаҡ буласаҡһың!", - тип әллә күпме аҡыл өйрәттеләр. Шул һүҙҙәр башҡа ныҡ һеңеп ҡалған күрәһең, уларҙың хеҙмәт юлын ҡабатланым да ҡуйҙым. Эйе, уйлап ҡараһаң, улар барыһы ла беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ, остаздарыбыҙ ине .
Фазылйән Айса улының хеҙмәтен юғары баһаланылар - ул Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР мәктәптәренең мәғариф алдынғыһы, Социалистик хеҙмәт Еңеүсеһе тигән исемдәр йөрөтә. Әлбиттә, эш наградаларҙа түгел, кешеләрҙең, уҡыусыларыңдың хөрмәте мөһим. Беҙ уны барыбыҙ ҙа хөрмәт итәбеҙ".
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.