Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
3 Февраль 2023, 09:30

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...

Үҙе спортсы, гармунсы, оҫта йырсы, бынамын тигән ғаилә башлығы, оҫта ҡуллы ир-уҙаман ҡайҙа йәшәй тиһегеҙ?

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында эшһөйәр, уңған, дәртле, матур донъя көткән кешеләр бик күп. Шуларҙың береһе - Радик Ғиндуллин. Ул - ауылда ихтирамлы һәм хөрмәтле ир-уҙамандарҙың береһе, йәштәргә бар яҡлап та өлгө булып тора. 

Радик Сәмиғулла улы ҡатыны, хаҡлы ялдағы педагог Зифа Динислам ҡыҙы менән ике ул үҫтереп, хәҙер ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, донъя көтәләр. Ул ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙҙың уртаһында ҡайнай, әүҙем ҡатнаша. Үҙе дәртле, йор һүҙле, йыр - моңға ғашиҡ кеше лә  ул! Ауыл сәхнәһенең  түренән төшмәй, өҙҙөрөп гармунда уйнай, йырлай, төрлө йыр-моң конкурстарында ҡатнаша.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән мәҡәл тап Радик Ғиндуллин өсөн генәлер ул. Тәбиғәтте үҙ иткән, бар ергә өлгөргән ағайҙың тағы ла бик яратып башҡарған шөғөлө бар. Ул хужалыҡта бик кәрәкле әйбер - селек һеперткеһе менән мунсаға миндек әҙерләй. Ауыл халҡы уларҙы бик яратып һатып ала, рәхмәт әйтеп ҡуллана.
Радик ағай күптән инде айыҡ тормош алып бара, дин юлында. Ул – Юлдыбай ауыл мәсетенең мөәзине, унда үткәрелгән барлыҡ эштәрҙә ҙур ярҙам күрһәтә.

Әйткәндәй, быйыл Юлдыбай ауылы "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Тап Радик Сәмиғулла кеүек ауылдың әүҙем ир-уҙамандары үҙҙәренең ҡылған ғәмәлдәре һәм эштәре менән йәштәрҙе айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә өлгө булып тора ла инде.

Фото: Юлдыбай ауыл биләмәһе.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: