Хәйбулла районының Йәнтеш ауыл мәҙәниәт йортоноң төп брендына әүерелгән "Пар ҡанаттар" тип аталған район конкурсы йыл һайын үткәрелә. Быйыл да ул оҙаҡ йылдар бергә тиң һәм парлы йәшәгән төрлө ауылдарҙан ғаиләләрҙе бер сәхнәгә йыйҙы. Уларҙың сығыштары шул тиклем моңло йырҙар менән үрелеп барҙы, ҡатындары йырлаһа, ирҙәре гармунда уйнаны.
Ғүмер буйы ҡанат ҡағыр өсөн
Пар ҡанаттар кәрәк кешегә.
Пар ҡанатһыҙ йәшәү ҽңел түгел
Йәшәйҽк индҽ бҽргә - парлашып, - тигән шағир һүҙҙәре был кисәнең төп девизына әйләнде.
"Пар ҡанаттар-2023" ғаилә парҙары конкурсының гран-приһына Йәнтеш ауылынан Сәйҙә һәм Әхмәтйән Исҡужиндар лайыҡ булды. Беренсе урынды Фәниә менән Насибулла Арыҫлановтар (Йәнтеш) яуланы. Бүләктәрҙе алырға Атингән ауыл биләмәһе башлығы Айнур Юнысов ярҙам иткән.
Хәйбуллаларҙың матур һәм моңлр ғаиләләренә артабан да һәр саҡ парлашып, иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Фото: Йәнтеш мәҙәниәт йорто.