Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Темәс һәм беренсе Төркмән ауылдарынан инәйҙәр үҙҙәренең 99 йәшен билдәләне.
Ғәйшә инәй Әбсәләмова Темәс ауылында йәшәй. Уны тыуған көнө менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова ҡотланы. Беренсе Төркмән ауылынан хөрмәтле Бибинур Шәйхетдин ҡыҙы Ҡолбахтина ла 99 йәшен билдәләне. Ике ағинәй ҙә бәхетле ғүмер кисерә, киләсәктә йөҙ йәштәрен тултырырға ла Хоҙай насип итһен!
Беҙ ҙә 99 йәшлек Баймаҡ ағинәйҙәрен тыуған көндәре менән ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Фото: Баймаҡ районы төркөмөнән.