Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
8 Февраль 2023, 19:00

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 100 йәш!

"Владимир Иванович менән хәҙер, 9 Майҙа, Еңеү көнөндә осрашырға һөйләштек"...

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 100 йәш!
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 100 йәш!

Күмертау ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Козимир бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Ул Воротыновка ауылында тыуған. Үҫмер саҡта уҡ колхозда эшләй башлай. Һуғыш башланғас, Владимир Иванович Иркутск өлкәһендә була, унда тимер юл төҙөлөшөндә тайгала эшләй.

1942 йылда егет армияға саҡырыла. 94-се дивизияның 152-се уҡсылар полкы составында хеҙмәт итә. Снайпер  Владимир Козимир Алыҫ Көнсығышта Маньчжур операцияһында, Японияның Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша.

Уға һуғыш тамамланғандан һуң 1947 йылға тиклем хеҙмәт итергә тура килә. Тыуған яғына ҡайтҡас комбайнсы булып эш башлай, һуңынан йылылыҡ селтәрҙәрендә һәм авиация предприятиеһында слесарь була. 1984 йылда Владимир Иванович хаҡлы ялға сыға, ләкин төрлө предприятиеларҙа хеҙмәт итеүен дауам итә, сөнки ул йылылыҡ селтәрҙәренең юғары класлы белгесе булараҡ юғары баһалана.

Тормош иптәше Александра менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә, хәҙер ейәндәре үҫә. Ветеран үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын яҡындары янында ҡаршы ала,  улы һәм килене янында йәшәй.

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын Күмертау ҡалаһы башлығы Олег Фролов та ҡотларға килгән һәм социаль селтәрҙә түбәндәге яҙманы урынлаштырған.

 “Бөгөн беҙ Владимир Ивановичты оло юбилейы менән ҡотланыҡ. Иң ҙур теләк - ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер! Әлбиттә, Бөйөк Еңеү өсөн ҙур рәхмәт! Яҡшы тәрбиә һәм бағыуҙары  өсөн ҡәҙерле ветераныбыҙҙың ғаиләһенә айырым рәхмәт. Ә Владимир Иванович менән хәҙер, 9 Майҙа, Еңеү көнөндә осрашырға һөйләштек», - тип яҙған Олег Фролов.

Фото: "Башинформ".

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 100 йәш!
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 100 йәш!
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 100 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: