Һуңғы ваҡытта республикала йәшәгән йөҙйәшәр инәйҙәрҙең бер-бер артлы юбилейҙары үтеүе - ҡыуаныслы күренеш. Кисә Бәләбәй районында йәшәгән Ҡәнзиә Ғилфанова үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләгән. Был хаҡта Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙған.
"Юбилярҙы ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланым. Көләс йөҙлә нәнәйгә сәскә һәм бүләктәр тапшырҙым. Ҡәнзиә Нәсхетдин ҡыҙына Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндан һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙем.
Бәләбәй районында йәшәгән Ҡәнзиә Ғилфанова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул комбайнсы булып эшләгән, Киров өлкәһендә торф сығарған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа алдынғы колхозсы булған.
Тормош иптәше Миәссәр Шәймөхәмәт улы менән Аҡбаҫар ауылында ғүмер иткәндәр. Үкенескә күрә, ире иртә донъя ҡуйған, шуға күрә Ҡәнзиә Нәсхетдин ҡыҙына балаларын яңғыҙ үҫтерергә тура килгән. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, тырышып эшләп, өс ҡыҙын – Флүрәне, Гөлсирәне, Миңһылыуҙы оло тормош юлына аяҡҡа баҫтырған», - тип яҙған социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.
"Тормошта иң мөһиме – һәр нәмәнең яҡшы яғын күрергә тырышыу, тирә-йүндәгеләргә изгелек ҡылыу", - ти йөҙйәшәр.
Ҡәнзиә Нәсхетдин ҡыҙының алты ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре һәм бер тыуасары бар.
Ҡәнзиә инәйгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Фото: Азат Сәхәбиевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.