Ветеран
20 Февраль 2023, 08:30

"Еҙем өләсәйҙәре" - "Привет, Андрей!"ҙа

Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылынан "Рус биҙәктәре" халыҡ фольклор ансамбле "Рәсәй-1" телеканалында "Сәләм, Андрей!" программаһын яҙҙырыуҙа ҡатнашты

"Еҙем өләсәйҙәре" - "Привет, Андрей!"ҙа"Еҙем өләсәйҙәре" - "Привет, Андрей!"ҙа
"Еҙем өләсәйҙәре" - "Привет, Андрей!"ҙа

Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылынан «Рус биҙәктәре» халыҡ фольклор ансамбле «Рәсәй-1» телеканалында «Сәләм, Андрей!» программаһын яҙҙырыуҙа ҡатнашты. Был хаҡта Башҡортостан Йәштәр Хөкүмәтенең  йәштәрҙең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Рөстәм Сәйфетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

Андрей Малаховтың «Еҙем өләсәйҙәре» менән тапшырыуы киләһе шәмбе, 25 февралдә, эфирға сыға. Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 6-ла башлана.

«Беҙҙең еҙемдәр Архангел районының ғорурлығы ғына түгел, республиканың визит карточкаһы ла булып тора. Уларҙың һәр береһе үҙенең таланты, ҡабатланмаҫ ижады, үҙенсәлекле мәҙәниәткә ихлас һөйөүе менән милли сәнғәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән һәм индереүен дауам итә. Ҡыҙыл Еҙем фольклор ансамбле - төбәктең музыкаль мәҙәниәтендә үҙенсәлекле күренеш. Был тере тарих», - тиҙәр Архангел районы халҡы ла.

Хөрмәтле дуҫтар, шәмбе көнө телевизорҙарығыҙҙы ҡабындырырға онотмағыҙ!

Фото: Рөстәм Сәйфетдиновтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

"Еҙем өләсәйҙәре" - "Привет, Андрей!"ҙа
"Еҙем өләсәйҙәре" - "Привет, Андрей!"ҙа
Автор:Карима Усманова
Читайте нас