Ветеран
24 Февраль 2023, 12:00

Стәрлетамаҡ ағинәйенә - 100 йәш!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән  тыл ветераны Зифа Клявлинаға (Хәбибуллина) 100  йәш тулды.

Стәрлетамаҡ ағинәйенә - 100 йәш!Стәрлетамаҡ ағинәйенә - 100 йәш!
Стәрлетамаҡ ағинәйенә - 100 йәш!

Был көндәрҙә республикала йөҙйәшәрҙәр үҙҙәренең бер быуатлыҡ юбилейҙарын билдәләне. Кисә йәнә бер йөҙйәшәр инәйҙең олпат юбилейы булды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән  тыл ветераны Зифа Клявлинаға (Хәбибуллина) 100  йәш тулды.

 Зифа Нәбиулла ҡыҙы Балыҡлыкүл ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы почтала эшләй. Фронтҡа саҡырылғанға тиклем үк үҙенең буласаҡ тормош иптәше, Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуып үҫкән Сәйет Клявлин менән таныш була. Егет Талбазы ауылы район гәзите редакцияһында эшләй.

Ғашиҡтарҙың һөйөүенә һуғыш та ҡамасаулыҡ итмәй. Сәйет Ғәли улы илде һаҡларға китә һәм 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Һуғыш йылдарында Зифа Нәбиулла ҡыҙы почтала элемтәсе булып эшләүен дауам итә һәм һөйгәнен көтөп ала. 1946 йылдың ноябрендә улар өйләнешә һәм 49 йыл бергә йәшәй. Өс ҡыҙға белем биреп үҫтерәләр. Һуғыштан һуң хәрби комиссариат линияһы буйынса улар Көнбайыш Украинаға эшкә ебәрелә, унда 1950 йылға тиклем була, һуңынан Стәрлетамаҡҡа әйләнеп ҡайталар. 1995 йылда Сәйет Ғәли улы яҡты донъяларҙан китә.

Үҙенең олпат юбилейын Стәрлетамаҡ йөҙйәшәре яҡындары араһында ҡаршы ала. Матур ғүмер юлы үткән, бер быуаттың тере шаһиты булған Зифа инәйҙе беҙ ҙә олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ"

Стәрлетамаҡ ағинәйенә - 100 йәш!
Стәрлетамаҡ ағинәйенә - 100 йәш!
Стәрлетамаҡ ағинәйенә - 100 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас