Республикала йөҙйәшәрҙәрҙең һаны арта барыуы ҡыуаныслы. Кисә Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Георгиевна Потапова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
"Уның тормошо - ҡаһарманлыҡ һәм рухи көс өлгөһө. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Валентина Георгиевна Потапова 100 йәшлек юбилейын билдәләй.
Хөрмәтле Валентина Георгиевна! Һеҙҙең быуын тыуған илебеҙ менән Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һынауҙарын уртаҡлашты, беҙҙең тарихҡа иҫ киткес батырлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, илһөйәрлек өлгөләрен яҙҙы. Һеҙгә бөгөн Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән Тыуған илгә тоғролоғоғоҙ, берҙәмлегегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Валентина Георгиевна! Һеҙ бик оҙон һәм лайыҡлы ғүмер кисерҙегеҙ. Хеҙмәтегеҙ һәм тормош тәжрибәгеҙ өсөн рәхмәт, беҙгә өлгө алыр кеше бар. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, бәхет һәм шатлыҡ теләйем!" - тигән Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Беҙ ҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапованы олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.