Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
12 Март 2023, 22:30

"Ҡатыным менән бәхетлемен"

"Әгәр ирем яҡшы булмаһа, ҙур уңыштарға өлгәшә алыр инемме?" Алтмыш йылдан ашыу бергә йәшәгән мөхәббәтле пар хаҡында - яҙмала.

"Ҡатыным менән бәхетлемен"
"Ҡатыным менән бәхетлемен"

Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда ҙур бер йорт әллә ҡайҙан нур сәсеп үҙенә әйҙәп торғандай. Бында тәртип ишек алдынан уҡ башлана – һәр нәмә үҙ урынында, ҡый әҫәре күрмәҫһең. Өй эсе лә һәр саҡ таҙа, йыйыштырыулы, ҡотло. Был йортта уңған, тырыш, татыу, биш бала тәрбиәләп үҫтергән ғаилә – Әнисә Әхәт ҡыҙы һәм Ниғмәт Абдулла улы Хәкимовтар инде 60 йылдан ашыу бергә йәшәй.

Балалары ҙурайышып, һәр кем үҙ ояһын ҡорғас, улар яландай йортта икәүҙән-икәү ҡалған. Ҙур донъяны Хәкимовтар һаман элеккесә бөхтә, таҙа тота. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы ҡолап, аяғын имгәткән, әлегә ул ятып ҡына тора.

Ошо көндәрҙә бар яҡлап өлгөлө күп балалы был ғаиләне тәбрикләргә район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, ЗАГС бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Дауытова, роно һәм райпо вәкилдәре килеп, 60 йыл бергә йәшәүҙәре уңайынан йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын, ҡиммәтле бүләген тапшырҙы.

Был ике оло кешенең үҙ-ара мөнәсәбәте шул тиклем ихтирамлы, иғтибарлы: бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап торалар. Ғүмерен балалар уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә арнаған Әнисә Әхәт ҡыҙы: ”Әгәр ирем яҡшы булмаһа, мин үҙ эшемде бирелеп башҡарып, ҙур уңыштарға өлгәшер, ошо көнгә килеп етер инекме”, - тип ирен маҡтаһа, оҙаҡ йылдар райпола иҡтисадсы булып эшләгән Ниғмәт Абдулла улы: ”Мин ҡатыным менән бәхетле”, - тип икенсе яртыһына яратып ҡарай. Күҙҙәренән элеккеләй һөйөү, наҙ, йәшәү дәрте бөркөлөп торған был матур ғаиләгә артабан ныҡлы һаулыҡ, именлек, балаларының хәстәрлеген күреп, тыныс күңел менән оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: Бөрйән районы хакимиәте сайты.

"Ҡатыным менән бәхетлемен"
"Ҡатыным менән бәхетлемен"
"Ҡатыным менән бәхетлемен"
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: