Заман йылъяҙмаһын яҙған һәм республикабыҙ иҡтисадын, социаль өлкәһен, мәғарифын, фәнен, мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән “Башҡортостан” гәзитенең элекке хеҙмәт ветерандарын бөгөн дә ҙур ихтирам һәм хөрмәт менән иҫкә алабыҙ, һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ шәхес, үҙ тауышы, фекере булған ижадташ ине.
Үкенескә ҡаршы, журналистика ветерандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Бына тағы ла оло юғалтыу – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзите редакцияһының ауыл хужалығы һәм иҡтисад бүлегенә етәкселек иткән хеҙмәттәшебеҙ Радик Үзбәк улы Байназаровты һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Йылдар буйы бер ҡаҙанда ҡайнап, мауыҡтырғыс та, ҡайһы саҡ ялыҡтырғыс та булып киткән журналислыҡ бурысын бергәләп тартҡан, холоҡ-фиғелен дә, һәләтен дә яҡшы белгән хеҙмәттәшең тураһында яҙыу һис тә анһат түгел икән. Етмәһә, ул һинән бер аҙ өлкәнерәк тә, олпатыраҡ та, тәжрибәлерәк тә булһа...
Баҡһаң, яңылышҡанбыҙ, ”Радик Үзбәк улы тураһында ябай һүрәтләмә генә түгел, ә шәп очерк, хатта мажаралы повесть, йөкмәткеле роман да яҙырға була”, – тип иҫәпләй уның менән иңде-иңгә терәп эшләгән, командировкаларҙа, сәфәрҙәрҙәрҙә бергә йөрөгән ҡәләмдәштәребеҙ. Мәғариф системаһында байтаҡ йылдар уңышлы эшләп, ҙур тормош мәктәбе үтеп, матбуғат баҫмаһына эшкә килгән Радик Үзбәк улы тиҙ арала редакцияның төп көстәренең береһенә әүерелде. Туҡһанынсы йылдар башында уның ижтимағи-сәйәси темаларға арналған үткер мәҡәләләре халыҡтың үҙаңын уятыуға булышты, һәр береһе уҡыусылар тарафынан көтөп алынды. Ауыл хужалығы предприятиелары, хеҙмәт кешеһе эшмәкәрлеген яҡтыртҡан мәҡәләләренең әленән-әле Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан билдәләнеүе тәжрибәле журналистың был өлкәлә егәрле һәм емешле хеҙмәте тураһында һөйләй. 2003 йыл журналист өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, ул Сергей Чекмарев исемендәге әҙәби премия менән бүләкләнде. Хәйбулла районының “Таналыҡ” совхозы етәкселеге йәш һәләтле яҙыусыларҙы дәртләндереү өсөн булдырған был премияның ул саҡта ни тиклем баһалы булыуын әйтеп китмәү мөмкин түгел. Тәүге лауреаты – Чекмарев һәләк булған ауылда тыуып үҫкән яҙыусы Азат Абдуллин. Аҙаҡ барыбыҙға ла яҡшы билдәле яҙыусылар Ҡәҙим Аралбай, Тайфур Сәғитов, Рим Әхмәдов, Ғәлим Дәүләтов, Ғәзим Шафиҡов, Раил Байбулатов, Ирек Кинйәбулатовтар менән бер рәттә беҙҙең ҡәләмдәшебеҙ ҙә агросәнәғәт комплексы мәсьәләләрен яҡшы яҡтыртҡаны һәм аналитик мәҡәләләр теҙмәһе өсөн ошо премияға лайыҡ булды.
Радик Үзбәк улының: “Ижади мөхит минең эшлеклелек сифаттарымды киңерәк асырға, фекерләү ҡеүәмде үҫтерергә, күп дуҫтар табырға ярҙам итте”, – тиеүе хаҡ. Уның министрлыҡ, статистика белгестәре ярҙамында республика ауыл хужалығы предприятиеларының малсылыҡ, игенселек, һөтсөлөк буйынса күрһәткестәрен, уңыштарын һәм етешһеҙлектәрен анализлаған даими “Абруй-рейтинг”ы төрлө кимәлдәге етәкселәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғаны иҫтә. Был киң ҡоласлы аналитик хеҙмәте Ауыл хужалығы министрлығында ғына түгел, Хөкүмәт етәкселегендә лә хуплау тапты. Республиканы арҡыры-буй тигәндәй йөрөп сығып, хужалыҡтар эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш хәбәрсенең абруйы райондарҙа ла ҙур булды.
...Яҙғы ташҡындай ярһыу, тынғыһыҙ, йор һүҙле, һәр кемгә күңеле асыҡ Радик Үзбәк улы командировкала саҡта редакцияның оҙон коридоры үгәйһеп, бушап ҡала, хатта шау-гөр килеп торған ауыл хужалығы бүлеге лә ҡышҡы йоҡоға талғандай – шылт иткән тауыш юҡ. Уның эргәһендә өймәкләшеп йөрөргә ғәҙәтләнгән егет-елкенсәк тә күренмәй. Күпселек аҫыл зат вәкилдәре тәшкил иткән ижади коллективта уның кеүек тапҡыр һүҙле, терегөмөштәй тынғыһыҙ, бер аҙымыңды, уңышыңды, хәрәкәтеңде иғтибарһыҙ ҡалдырмаған ир-егеттең эшләүе үҙе бер табыш булғандыр. Уның тилбер, етеҙ ҡуллы оператор ҡыҙҙарыбыҙға мәҡәләләрен баҫтырырға ингәндә һәр береһенең хәл-әхүәлен туғандарса һорашып, сәй табыны артында бер ғаиләләй булып хәбәрләшеп, кәйефтәрен күтәрә торған холҡон да яҡшы белә инек. Хәйер, башҡалар ҙа өлөшһөҙ ҡалмай, кемгәлер яҡшы мәҡәләһе өсөн йылы һүҙ тейә, матур күлдәк кейеп килгән ҡатын-ҡыҙға – комплимент, ә кемдәргәлер – мәрәкәле төртмә һүҙ... Әммә беҙ уйын-көлкө, шаяртыу һәм йылы һүҙгә бай шәхес күңелендә ғәҙеллек, талапсанлыҡ, намыҫсанлыҡ, егетлек кеүек үтә лә “дефицит”, затлы сифаттарҙың йәшеренеүенә шаһитбыҙ. Ҡәләмдәшебеҙҙең алтмыш йәшлек күркәм юбилейын коллективыбыҙ менән нисек шау-гөр килеп үткәргәнебеҙ бөгөнгөләй күҙ алдында. Кешеләргә ихлас, ихтирамлы, күңел йылыһын йәлләмәй өләшеүсе хеҙмәттәшебеҙҙең үҙенә ҡарата лайыҡлы маҡтау һүҙҙәрен бер аҙ тартыныбыраҡ, уңайһыҙланыбыраҡ ҡабул итеүен күрергә тура килде. Радик Үзбәк улының ете, һигеҙ... юҡ, туғыҙ тиҫтәне тултырғанда ла итәғәтле, үткер зиһенле, шаян булып ҡалыуына һис шикләнмәнек. “Донъяла аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ҡотороп артҡанда, хатта бай илдәр “ҡытлыҡ килә!” тип хафаға төшкәндә, һинең кеүек тәжрибәле ауыл хужалығы бүлеге мөдиренең ҡул ҡаушырып ултырырға хаҡы юҡ! Республикабыҙҙың ауыл хужалығын юғары бейеклектәргә күтәрмәй, тоҡомло мал һанын арттырмай, арзан аҙыҡ-түлек етештереүҙе юлға һалмай, буш яландарҙы иген диңгеҙенә әүерелдермәй тороп, ҡырын ятып ял итеү ҙә, яратҡан шөғөлөң – балыҡ ҡармаҡлап йөрөү ҙә эләкмәҫ үҙеңә”, – тип бығаса файҙаланылмаған ижади резервтарын эшкә ҡушырға саҡырҙыҡ. Хеҙмәттәшебеҙҙе күркәм юбилейы менән ҡотлап, республика Хөкүмәте Премьер-министрының шәхсән телеграмма ебәреүе лә - ҡәләмдәшебеҙҙең юғары даирәләрҙә ҙур абруй һәм ихтирам менән файҙаланыуына тағы бер сағыу миҫал.
Хеҙмәттәшебеҙ Радик Үзбәк улына ҡарата хөрмәтебеҙ һәм ихтирамыбыҙҙы белдереп, хәләл ефете Әлфирә ханымдың, туған-ырыуының, Стәрлебаш районы халҡының оло ҡайғыһын уртаҡлашып, барыһына ла сабырлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.