Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Мәршиҙә Ғималова 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул Ҡаранай ауылында донъяға килгән.
Атаһы Исмәғил Латипов 1942 йылда фронтҡа алына һәм һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Шул ваҡыттан Мәршиҙә колхоз эшенә егелә, шәхси хужалыҡтағы мәшәҡәттәрҙе башҡара. Бөтә ир-ат эше уның иңенә төшә.
Бөгөн яугир ҡыҙы яҡындарының иғтибарын һәм һөйөүен тойоп йәшәй. Уның 12 ейәне, 25 бүләһе бар. “Ғаилә йылыһы, һәйбәт мөнәсәбәт миңә көс бирә, һәр көнгә шатланып йәшәйем”,– ти юбиляр.
Мәршиҙә Исмәғил ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотларға килгән Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Айрат Фазылов асыҡ күңелле, ихлас хеҙмәт ветеранына оҙаҡ йылдарға һаулыҡ, рух күтәренкелеге теләне.
Фото:”Мечетлинская жизнь”.