Ветеран
5 Июнь 2023, 05:00

95 йәш тимәҫһең!

Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан Нурлығаян Ғатаулла ҡыҙы Мансурова үҙенең шиғырын һөйләй.

95 йәш тимәҫһең!95 йәш тимәҫһең!
95 йәш тимәҫһең!

Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында йәшәгән сәсән телле, оҫта ҡуллы, оптимистик рухлы Нурлығаян инәй Мансуроваға яңыраҡ 95 йәш тулды. Әйткәндәй, инәй үҙенең исемен Нурылғаян тип һанай, сөнки Нурлығаян - ул ирҙәр исеме, ти.

Күңеленә ятҡан шиғырҙарҙы ятлауына, хәтеренең шәплегенә, ҡулының оҫталығына һоҡланып ҡарамау мөмкин түгел, күҙ теймәһен. Уның был һәләттәренә балалары, таныштары, ауылдаштары ла күнегеп бөткән, ғәҙәти хәл кеүек ҡабул итә.

Нурылғаян инәй ун йыл элек кенә лә (80 йәште үтеп киткәс) һаман таҫтамал, алъяпҡыс, яҫтыҡ тыштары сигә, ойоҡбаштар бәйләй, ҡорама юрғандар, һаҡалдар эшләй ине, беҙҙең ғаиләләге ҡыҙҙарҙа ғына ул эшләгән дүрт һаҡал бар. Белеүемсә, ул һаҡалға тигән тәңкәләрҙе лә, кемделер көтөп тормайынса, түмәргә һалып үҙе тишер булған. Емеш-еләккә йөрөү инәй өсөн бер нимәгә алмаштырғыһыҙ күңел һөйөнөсө, үҙе генә белгән урындарҙан балан йыя, ә еләк йыйып һатыу уның өсөн бер ни тормай.

Халыҡтың "Хәрәкәттә - бәрәкәт" тигәнен Нурылғаян инәйҙә күрергә мөмкин, аяҡ-ҡул һәр ваҡыт хәрәкәттә булған кеүек, шиғырҙар ятлап, ҡабатлап ултырыуы мейеһен ҡартайтмай.

Сығышы менән Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан булған Нурылғаян инәй тормош иптәше Вассаф апа менән биш балаға - өс улға (Таймас, Ильяс, Алмас) һәм ике ҡыҙға (Флүзә, Гөлназ) ғүмер бирә, әммә инәй йәшләй генә тол ҡала, шулай ҙа балаларын кәм-хур итмәй, лайыҡлы тәрбиә бирә.

Олоғайған көнөндә бәләкәй ҡыҙы Гөлназ апай ғаиләһе менән ҡайтып, әсәһенең эргәһендә йорт һалып инеп, ҡәҙер итеүе - үҙе бәхет, икеһенә лә бәхет. Бәхете ҡырҙа түгел, үҙе менән икәнен ғүмер буйы белеп йәшәгән Нурылғаян инәйгә сәләмәтлек, артабан да шат күңелле, сәсән телле булып яҡындарына бәхет сығанағы булып ғүмер итеүен теләйбеҙ!

Текст сығанағы: Зөлфирә Ҡарағужина.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас